Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
5 Декабрь 2021, 17:54

Радий Хәбиров съезда ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй”  партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров Мәскәүҙә  партияның XX съезының өсөнсө этабында ҡатнашты. 

Радий Хәбиров съезда ҡатнашты
Радий Хәбиров съезда ҡатнашты

Съезд сараларында “Берҙәм Рәсәй” рәйесе, илдең Именлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев, партияның Генераль советы секретаре Андрей Турчак, партияның Юғары советы рәйесе Борис Грызлов, Дәүләт Думаһы  һәм “Берҙәм Рәсәй”ҙең дума фракцияһы етәкселеге, шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте, Федерация Советы вәкилдәре, төбәк башлыҡтары ҡатнашты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция режимында съезд делегаттарына  мөрәжәғәт итте. Дәүләт етәксеһе партияның 20 йыллығы менән ҡотлап, уның көслө яҡтарының береһе итеп ил өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуын, кешеләр өсөн эшләүен билдәләне.

– Үткән 20 йылда партия ныҡлы һәм эҙмә-эҙлекле илһөйәрлек позицияһын тотто. Һәм был  Рәсәй суверенитетын нығытыу, уның милли мәнфәғәттәрен яҡлау, сәйәси системаны камиллаштырыу, иҡтисадты үҫтереү, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү, балалы ғаиләләрҙе яҡлау буйынса заманса сиселештәрҙе эҙләү менән бәйле төп, тарихи, боролошло ҡарарҙарҙы ҡабул иткәндә сағыу һиҙелде, – тип билдәләне Владимир Путин. – Парламент партияһы булараҡ, “Берҙәм Рәсәй”ҙең берләштереүсе ролен айырым билдәләгем килә. Федераль кимәлдә лә, төбәктәр кимәлендә лә һеҙ патриотик, яуаплы көстәрҙе дөйөм маҡсаттар һәм өҫтөнлөктәр эргәһенә туплауға булышаһығыҙ.  Ә был йәмғиәт һәм граждандарҙың ихтыяжына яуап биргән сифатлы закондарҙы ҡабул итеү өсөн сикһеҙ мөһим. Һәр саҡ һеҙгә, ҡеүәтле, ышаныслы, сәйәси көс булған “Берҙәм Рәсәй” партияһына,  яҡын йылдарға һәм оҙайлы киләсәккә билдәләгән ҡоласлы бурыстарҙы хәл иткәндә һеҙҙең профессионализмығыҙға  һәм энергияғыҙға иҫәп тотам.

 “Берҙәм Рәсәй” съезының йомғаҡлау этабында партияның биш йыллыҡ эшмәкәрлеге тураһында отчет тыңланды, 2021 йылғы һайлау кампанияһына йомғаҡ яһалды, халыҡ программаһын тормошҡа ашырыу буйынса артабанғы эш планы раҫланды, шулай уҡ Уставҡа ярашлы, партияның етәкселек һәм үҙәк органдары  һайланды. Тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса Дмитрий Медведев партия рәйесе итеп яңынан һайланды. Борис Грызлов  партияның Юғары советы рәйесе булып раҫланды. Башҡортостан Башлығы  Радий Хәбиров яңынан партияның Генераль совет составына инде.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: