Осрашыуҙы асып, халыҡ-ара сәфәрҙәр барышында республикабыҙҙа тыуып үҫкән яҡташтарыбыҙ менән аралашыу мөһим урынды биләй, тип билдәләне ул.
Республика етәксеһе ике ай элек Ҡаҙағстанға эш сәфәре барышында ла яҡташтарыбыҙ менән осрашыу ойошторолоуы хаҡында һөйләне.
«Бөтә ерҙә лә яҡташтарыбыҙҙың ҡаршы алыуын күреү һәр ваҡыт рәхәт. Ике сәғәт элек кенә күренекле дәүләт эшмәкәре Урал Латипов менән һөйләшеп торҙоҡ, ул Башҡортостан тураһында йылы һүҙҙәр әйтте. Ул йыл һайын тыуған яғы Баҡалы районына ҡайта, Беларусь дәүләтселеген үҫтереү өсөн байтаҡ эштәр башҡарған. Яҙмыштарыбыҙ бер-береһе менән тығыҙ бәйле, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Башҡортостанда үҙ телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалған 12 меңдән ашыу белорус йәшәй. Һеҙҙең дә бында мәҙәниәтебеҙҙе онотмауығыҙ һәм уны үҫтереүегеҙ бик ҡыуаныслы. Бурысыбыҙ – ошо йәһәттән һеҙгә ярҙам күрһәтеү. Башҡортостанда тел мөхитен, туған телдәрҙе популярлаштырыу өсөн һанлы инфраструктура булдырыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ».
Башҡорт телен өйрәнеү өсөн ҡыҙыҡлы методикалар әҙерләнде, тине республика етәксеһе. Улар ярҙамында донъяның теләһә ҡайһы нөктәһендә туған телде һаҡлап ҡалырға, балаларға өйрәтергә мөмкин. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республика башҡорт теленән дәреслектәр менән тәьмин итергә, методик ярҙам күрһәтергә әҙер.
Башҡортостан Башлығы ватандаштарыбыҙҙы Рәсәйгә ҡайтарыу буйынса федераль программаның да эшләүен хәтергә төшөрҙө. 2018 йылдан сит илдә йәшәгән ватандаштарыбыҙҙы Башҡортостанға күсереүгә булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында йөҙләгән кеше тыуған яғына ҡайтты.
«Башҡортостанға ҡайтырға теләһәгеҙ, шат ҡына булырбыҙ. Беҙ тарихи-мәҙәни үҙәктәр селтәрен үҫтерергә хәл иттек. Силәбе, Свердловск, Ырымбур, Ҡурган өлкәләрендә, Пермь крайында, Ханты-Манси автономиялы округында астыҡ. Быйыл Татарстанда, һуңынаныраҡ Һамарҙа асабыҙ. Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә лә ошондай тарихи-мәҙәни үҙәктәр асыу йәһәтенән эшләрбеҙ», – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы Белоруссия президенты Александр Лукашенко менән осрашыуҙың йылы мөхиттә үтеүен хәбәр итте. Белоруссия лидерының Башҡортостанда ике тапҡыр булғаны бар, ул иҡтисади хеҙмәттәшлек ҡеүәтен юғары баһалай.
«Шишмә» татар-башҡорт мәҙәни мираҫы» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәһе рәйесе Эльвира Левшевич һүҙҙәренсә, Башҡортостанда тыуып үҫкәндәр өсөн Өфө ҡалаһының 450 йыллығы – оло ваҡиға, улар ошо датаға арналған төрлө саралар ойошторорға әҙерләнә.
Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереүгә лә етди иғтибар бирелә.
Уның әйтеүенсә, «Төньяҡ амурҙары»на – 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәренә иҫтәлекле билдә ҡуйыу ҙа дөрөҫ булыр ине. Ул был билдә Брили яланында торорға тейеш тип иҫәпләй.
Башҡортостан Башлығы йәмәғәт берекмәһенә Белоруссияла башҡорт мәҙәниәте менән әүҙем таныштырғандары өсөн рәхмәт әйтте.
«Беҙ тирмә, милли кейемдәр һатып алыу мәсьәләһендә ярҙам итергә тырышырбыҙ, республиканың Мәҙәниәт министрлығына шундай бурыс йөкмәтербеҙ», – тине Радий Хәбиров.