Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
13 Декабрь 2021, 14:05

Башҡорт теле көнөн нисек билдәләйбеҙ

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов оператив кәңәшмәлә иртәгә, 14 декабрҙә, ниндәй саралар ойоштороласағы хаҡында һөйләне.

Башҡорт теле көнөн нисек билдәләйбеҙ
Башҡорт теле көнөн нисек билдәләйбеҙ

Башҡорт теле көнөндә Башҡорт дәүләт педагогия университетында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендиаттарға диплом тапшырыу тантанаһы үткәрелә. Университет майҙанында бөйөк шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың һәйкәленә сәскәләр һалыу ойошторола.

14-16 декабрҙә Башҡорт дәүләт педагогия университетында Милли педагогик форум уҙа.

Башҡортостандың дәүләт һәм туған телдәрен уҡытыуҙа иң яҡшы педагогик тәжрибәләр «Педагогик оҫталыҡ мәктәбе» республика конкурсына тәҡдим ителде. Конкурс Башҡортостан Башлығы гранты сиктәрендә Мәғариф һәм фән министрлығы менән Башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһы тарафынан ойошторолдо. Конкурс һөҙөмтәһе буйынса 32 еңеүсе билдәләнде.

Кисен Мәҙәниәт министрлығының Башҡорт теле көнөнә арналған төп сараларының береһе –  «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы була. Быйыл конкурсҡа 200 ҡатнашыусынан ғаризалар ҡабул ителде. Өс сит илдән һәм Рәсәйҙең 7 төбәгенән 1020 эш конкурста ҡатнашты.

Сара ҡунаҡтарына халыҡ кейеме элементтарын эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм «Тамға-2020» конкурсы лауреаттары эштәренең күргәҙмәһе тәҡдим ителә. «Башҡорт халыҡ кейеме – реконструкция», «Заманса автор костюмы»,  «Балалар кейеме», «Башҡорт милли биҙәүестәре», «Башҡорт традицион костюм аксессуарҙары» номинацияларында еңеүселәр билдәләнә.

Башҡорт теле көнө Башҡортостанда ғына түгел, ә Рәсәй Федерацияһы субъекттарында – башҡорттар тығыҙ йәшәгән төбәктәрҙә лә киң билдәләнә. Сараларҙы Ханты-Манси автономиялы округы, Пермь крайы, Свердловск, Ырымбур, Ҡурған, Силәбе өлкәләренең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре уҙғара. Улар араһында, мәҫәлән, «Башҡорт һүҙе» ғилми-ғәмәли конференцияһы, «Әсәм теле – сәсән» төбәк-ара шиғриәт конкурсы, «Тап һүҙ» онлайн-конкурсы һәм башҡалар.

Байрам алдынан «Ете аҙым» марафоны ойошторолдо, унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, ҡала, район башлыҡтары һәм теләгән һәр кем ҡатнашты.
«Быйыл был сара тағы бер мөһим ваҡиға – башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу көнө менән тап килә. Шуға күрә Башкорт теле көнөн билдәләү идеяһы Аҡмулланың «Нәсихәттәр»ендәге әхлаҡи ҡиммәттәрҙе танып белеүгә һәм популярлаштырыуға бағышланған сараларға нигеҙләнде. Башҡорт теле көнөн уҙғарыу концепцияһы «Ете аҙым» тип атала. 7 декабрҙән башлап, марафондың һәр 7 көнөнөң телде һәм дөйөм кешелек ҡиммәттәрен танып белеүгә аҙым булараҡ билдәләнгән темаһы бар – ул иман, күңел, аҡыл, шөкөр, әҙәп, сабыр һәм ихлас», – тип һөйләне Азат Бадранов.
Хәҙерге көндә башҡорт рок-музыканттарының композициялары йәштәр араһында бик популяр. 7 декабрҙә төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хәрәкәте Милли йәштәр театрында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән берлектә музыкаль кисә ойошторҙо. Унда рок-композицияларҙың акустик версиялары башҡорт теленең төрлө диалекттарында башҡарылды. Милли йәштәр театры актерҙары тарафынан билдәле башҡорт  шағиры Шәйехзада Бабичтың шиғырҙары үҙенсәлекле рок-аранжировкала тәҡдим ителде.

9-10 декабрҙә Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан үткәрелгән Башҡортостан Республикаһы милли инновацион мәктәптәре директорҙары форумы сиктәрендә белем биреү семинарҙары, стратегик сессия, түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. «Мәктәп яңылыҡтары» белем биреү курсы ярҙамында етәкселәр Министрлыҡ, Мәғарифты үҫтереү институты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы вәкилдәре менән көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты.

8 декабрҙә башҡорт теле буйынса яңы әсбаптар презентацияһы үтте. Сара киң мәғлүмәт сараларында әүҙем яҡтыртылды. Презентацияла мәктәпкәсә йәштәге балалар, башланғыс һәм урта класс уҡыусылары, колледж студенттары өсөн төрлө әсбаптар тәҡдим ителде. Улар – башҡорт телен, Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәтен өйрәнеү өсөн «Афарин» уҡыу ҡулланмаһы, өндәрҙе дөрөҫ әйтеүҙе булдырыу өсөн дидактик альбом һәм эш дәфтәре, колледждар өсөн «Башҡорт теле». Яңы әсбаптарҙың нигеҙендә –   телгә коммуникатив нигеҙҙә уҡытыу, сөнки уҡыусыларҙы башҡорт телендә аралашырға өйрәтеү — төп маҡсаттарҙың береһе.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: