Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
13 Декабрь 2021, 13:17

Лайыҡлыларға - дәүләт наградалары

11 декабрҙә Өфөлә үткәрелгән Бөтә Рәсәй медицина форумы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың 45 һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Лайыҡлыларға - дәүләт наградалары
Лайыҡлыларға - дәүләт наградалары

Бүләкләнеүселәр араһында коронавирус инфекцияһына ҡаршы әүҙем көрәшкән табиптар, шәфҡәт туташтары бар.

- Ҙур хөрмәт, сикһеҙ рәхмәт тойғоһо менән бар республика халҡы исеменән иң изге һүҙҙәрҙе еткерәм. Һеҙҙең иңегеҙҙә - ҙур йөкләмә. Ике йыл инде бергәләп мәкерле сиргә ҡаршы көрәшәбеҙ. Ауыр юл үттек. Бында – һеҙҙең ҡаҙаныштарығыҙ. Кешелек сифаттарығыҙ, һөнәри оҫталығығыҙ арҡаһында коронавирусты тотоп ҡала алдыҡ. Бихисап кешене дауаланығыҙ, тик күптәрҙе юғалттыҡ та. Ғәҙәттән тыш хәлдә эшләһәк тә, төп маҡсатыбыҙ – хәлһеҙләнмәгән һаулыҡ һаҡлау системаһы менән пандемиянан сығыу. Шуға, ҡатмарлылыҡтар һәм айырым юғалтыуҙар булһа ла, медицина өлкәһенең матди базаһын нығытыуҙы дауам итәбеҙ. Был – яңы объекттар төҙөлөшө, уларҙың барыһын да һанап бөтөү мөмкин түгел. Бер нисә ҙур поликлиника һала башланыҡ. Ҡуйылған мәсьәләне хәл итербеҙ тип ышанам, - тине сығышында Радий Фәрит улы.

Республика Башлығы һаулыҡ һаҡлау тармағының 36 хеҙмәткәрен – шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар, табиптар – юғалтыуыбыҙ хаҡында әйтте, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү мөһимлеген билдәләне.

Медицина форумында табиптар ғына түгел, медицина ойошмаларын кислород менән тәьмин итеүселәр ҙә наградланды. Бүләкләнеүселәр араһында Вера Ивановна Ғәлиева ла бар. Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының балалар поликлиникаһы мөдире "Хеҙмәт батырлығы өсөн" миҙалы менән наградланды.

“Әле тәүлегенә 10-15 тонна файҙаланабыҙ. Элек 80-гә етә ине, шул ваҡытта предприятиеларға мөрәжәғәт иттек. “Башҡортостан сода компанияһы” бик оператив ярҙам итте. Йәғни коронавирусҡа ҡаршы барыбыҙ бергә көрәшәбеҙ, - тине Радий Фәрит улы. - Ниндәй шарттарҙа эшләүегеҙ хаҡында ишетеп кенә түгел, күреп беләм. Ҡайһы саҡта ғәҙел булмаған һүҙҙәр ҙә ишетәһегеҙ. Һеҙҙе ныҡ хөрмәт итәм. Бик рәхмәтлемен: ҙур эш атҡараһығыҙ”.

Фото: glavarb.ru

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: