Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ошондай бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Уҡытыусыларға, табиптарға, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларына, шулай уҡ фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндәргә хеҙмәт хаҡы арттырыла.
Бүленгән аҡсаның 2,9 миллиард һумдан ашыуы – мәғариф, 5,2 миллиард һумдан күберәге ғилми учреждение хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға йүнәлтелә.
Медицина учреждениеларына – 2,6 миллиард, мәҙәниәт учреждениеларына иһә 1,3 миллиард һумдан ашыу бирелә.
Рәсәй Президентының 2012 йылдың майындағы «Дәүләт социаль сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһында»ғы указына ярашлы, мәктәп уҡытыусыларының, балалар баҡсалары педагогтарының, колледж уҡытыусыларының һәм мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы – төбәк буйынса уртаса эш хаҡының 100%, ә табиптарҙың, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының һәм ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы төбәк буйынса уртаса хеҙмәт хаҡының 200% етергә тейеш.
Фото: u-f.ru