Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
14 Декабрь 2021, 14:18

«Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгәндәргә премия күләме арттырыла

Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән әсәләргә премия күләмен 25 мең һумға тиклем арттырыла. 

«Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгәндәргә премия күләме арттырыла
«Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгәндәргә премия күләме арттырыла

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Башҡортостан Башлығының республика наградаһы тураһындағы указына төҙәтмәләр әҙерләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылдан алып биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән күп балалы әсәләргә бирелә. Башҡортостанда йәмғеһе һигеҙ меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо юғары исемгә лайыҡ булған.

Награда менән бергә аҡсалата премия тапшырыла, элек ул һалым ҡайтармаһы менән 17 241 һум ине. 2022 йылдың 1 ғинуарынан иһә ҡатын-ҡыҙҙарға 25 мең һум түләнә башлай.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: