Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
15 Декабрь 2021, 13:00

Икеләтә түләнәсәк

Рәсәй президенты Владимир Путин хөкүмәткә яңы йыл байрамдарында коронавирус инфекцияһы менән ауырығандарҙы дауалаған табиптарға икеләтә түләү өсөн аҡса табырға ҡушты.

Икеләтә түләнәсәк
Икеләтә түләнәсәк

«2021 йылда беҙ яңы йыл байрамдарында ковид йоҡторғандар менән эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре һәм социаль хеҙмәткәрҙәр өсөн махсус өҫтәмәләр түләүҙе тәьмин иттек. Хөкүмәттән 2022 йылда ла яңы байрамдарында шулай эшләүҙәрен һорайым», - тине дәүләт башлығы хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәлә.

Финанс министры Антон Силуанов һүҙҙәренсә, ил бюджетының ошондай түләүҙәр өсөн мөмкинлеге бар. Был маҡсатҡа8 миллиард һум аҡса талап ителә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: