+13 °С
Болотло
Документтан күренеүенсә, Рәсәйҙең баш санитар табибы ҡарарында әйтелгән сит дәүләттәрҙән Башҡортостанға килгәндәр коронавирусҡа ПЦР-тест үткәндән һуң 14 көн изоляция режимын үтәргә тейеш. Бында Ботсвана, Зимбабве, Лесото, Мадагаскар, Мозамбика, Намибия, Танзания, Эсватини, Көньяҡ-Африка Республикаһы һәм Гонконг хаҡында һүҙ бара. Был Рәсәйҙең башҡа төбәктәре аша транзитҡа ла ҡағыла. Әлеге талап самолет экипаждары ағзаларына ҡағылмай.
Бынан тыш, Рәсәйҙең баш санитар табибы ҡарарына ярашлы, хәҙер ПЦР-тест 48 сәғәт кенә ғәмәлдә була.