Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
17 Декабрь 2021, 15:15

Башҡортостан Ҡытайҙа үҙ вәкиллеген асырға ниәтләй

Башҡортостан Ҡытайҙа үҙенең вәкиллеген асырға ниәтләй, тип хәбәр итте республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы»нда.

Башҡортостан Ҡытайҙа үҙ вәкиллеген асырға ниәтләй
Башҡортостан Ҡытайҙа үҙ вәкиллеген асырға ниәтләй

«Мин уның датаһын хәҙер үк әйтер инем, әммә һуңынан республика Башлығы минән: «Ни өсөн датаны минең менән раҫламайынса әйтәһең?» - тип һорар. Шуға күрә әйтеп тормайым. Был яҡын арала тормошҡа ашыр тип ышанам. Ҡытай тауар әйләнеше буйынса стратегик партнерыбыҙ булып тора. Беҙ бер нисә вәкиллек астыҡ. Австрияла, Ҡаҙағстанда, Белорусь Республикаһында вәкиллектәребеҙ бар. Башҡортостан вәкиллегенең киләһе йылда уҡ асылыуы ихтимал тип уйлайым», — тине Андрей Назаров «Халыҡ-ара кооперация» пленар ултырышында.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 15 декабрҙән 18-енә тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһында «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы—2021. Киләсәккә инвестициялар» форумы бара. Эшлекле программа иҡтисадҡа, экспортҡа, инвестицияларға, медиаға, шулай уҡ ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлығына арналған.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: