Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
22 Декабрь 2021, 10:19

«Башавтотранс» «Алға» картаһы буйынса юл хаҡын арттыра

«Башавтотранс» 2022 йылдың 1 ғинуарынан Өфөлә «Алға» транспорт картаһы буйынса юл хаҡын арттыра.

«Башавтотранс» «Алға» картаһы буйынса юл хаҡын арттыра
«Башавтотранс» «Алға» картаһы буйынса юл хаҡын арттыра

Транспорт картаһы менән билет хаҡы бер һумға артып, 24 һум була.

Карта йәки ҡулаҡса менән түләгәндә хаҡ үҙгәрмәй – 29 һум.

Шулай уҡ ҡала яны бәйләнешендәге ҡайһы бер маршруттарҙа юл йөрөү хаҡы үҙгәрә.

Хаҡты пассажир ташыусының рәсми сайтында, предприятиеның социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә йәки «ҡыҙыу бәйләнеш» телефоны буйынса белергә мөмкин – 8 (347) 262 66 62. Тәүлек әйләнәһенә шылтыратырға була.

Өфөлә йәмәғәт транспортында юл хаҡы һуңғы тапҡыр 2021 йылдың 1 мартында арттырылғайны.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: