Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
22 Декабрь 2021, 18:11

Иртәгә - Рәсәй Президенты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы

23 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин менән ҙур матбуғат конференцияһы ойошторола. Ул иҫәп буйынса 17-се сара була. Быйыл матбуғат конференцияһы Манежда уҙғарыла, унда 500 журналист саҡырылған.

Иртәгә -  Рәсәй Президенты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы
Иртәгә - Рәсәй Президенты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы

2020 йылда пандемия сараның форматына төҙәтмәләр индерҙе. Владимир Путин журналистар менән Яңы Огарево резиденцияһынан видеобәйләнеш аша аралашты. Ул саҡта матбуғат конференцияһы 4 сәғәт 29 минут барҙы, дәүләт башлығы 60 һорауға яуап бирҙе.

Ҙур матбуғат конференциялары ойоштороу тәжрибәһе 2001 йылдан ҡулланыла. Путин уны тәүге президент мөҙҙәте ваҡытында индерҙе. Был журналистар менән иң ҡыҫҡа һөйләшеү булды, ул сәғәт ярымдан ашыу дауам итте. Сарала 400 журналист ҡатнашты, улар Рәсәйҙең иҡтисади һәм сәйәси үҫеше, Чечнялағы хәл, илдең халыҡ-ара берләшмәгә интеграцияһы тураһында 22 һорау бирҙе.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: