Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
22 Декабрь 2021, 14:55

Радий Хәбиров «Теләктәр шыршыһы» акцияһына старт бирҙе

21 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһына старт бирҙе. 

Радий Хәбиров «Теләктәр шыршыһы»  акцияһына старт бирҙе
Радий Хәбиров «Теләктәр шыршыһы» акцияһына старт бирҙе

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһендә теләктәр яҙылған яңы йыл шыршыһы ҡуйылған.

«Теләктәр шыршыһы» хәйриә проекты 2019 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме менән башланды. Уның асылы шунда: илдә һәр кем «Ёлкажеланий.рф» порталында теркәлеп, акцияла ҡатнашҡан етемдәргә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларға, һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләргә һәм ауыр сирлеләргә Яңы йыл бүләге эшләргә мөмкин.

Башҡортостанда проектҡа 531 кеше, шул иҫәптән республика Хөкүмәте ағзалары, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, артистар ҙа ҡушылды.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Яңы йыл ағасынан акцияла ҡатнашыусыларҙың теләктәре яҙылған дүрт шар алды.

Мәҫәлән, Шишмә районынан 11 йәшлек Евгений Буданов – велосипед, Өфөнән 8 йәшлек Нияз Ҡәйүмов – квадрокоптер тураһында, ә 15 йәшлек Өфө егете Данил Ларуков поезд машинисы ролендә булырға хыяллана. Ейәнсура районынан 11 йәшлек Элина Ямағолова иһә Өфө ипподромында һыбай йөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе алырға теләй.
– «Теләктәр шыршыһы»нда теләктәр яҙылған шарҙар күп, беҙ барыһын да мотлаҡ бойомға ашырырбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Был, ысынлап та, изге акция. Проектта ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл арта барыуы ҡыуандыра.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: