Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
7 Ғинуар 2022, 18:58

Рәсәйҙәге иң ҡеүәтле элеватор төҙөләсәк

Стәрлетамаҡ районында Рәсәйҙәге иң ҡеүәтле яңы элеватор төҙөләсәк. Заманса элеватор 774 млн һумға төшәсәк. 

Рәсәйҙәге иң ҡеүәтле элеватор төҙөләсәк
Рәсәйҙәге иң ҡеүәтле элеватор төҙөләсәк

Республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министрлығы хәбәр итеүенсә, “Перспектива” идаралыҡ компанияһы филиалының был инвестпроекты өҫтөнлөклө статусын алды. 50 мең тонна иген ҡабул итеүгә иҫәпләнгән элеваторҙа иген киптереү һәм елләтеү комплексы ла урын аласаҡ. Быйыл йыл аҙағында элеваторҙы сафҡа тапшырыу менән районда 50 яңы эш урыны ла булдырыласаҡ. Әлеге көндә инвестор Стәрлетамаҡ районында төҙөлөш өсөн ер һатып алған.     

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: