Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
5 Март 2022, 15:48

"Хәрби бурысын үтәгән өс егеттең ғаиләләре тураһында хәстәрлек күрербеҙ"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы саралағы сығышында һәммәбеҙҙе лә борсоған мөһим ваҡиғаларға туҡталды.

"Хәрби бурысын үтәгән өс егеттең ғаиләләре тураһында хәстәрлек күрербеҙ"
"Хәрби бурысын үтәгән өс егеттең ғаиләләре тураһында хәстәрлек күрербеҙ"

«Ошо көндәрҙә Рәсәй армияһы Украина биләмәһендә Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡын яҡлау буйынса махсус хәрби операция үткәрә. Улдарының һуғышта йөрөгәнен аңлау әсә йөрәге өсөн ни тиклем ауыр икәнлеген беләбеҙ. Рәсәй һуғыш башламаны (Көнбайышта тап шулай итеп күрһәтергә тырышалар), ул уны тамамлай. Нисәмә йылдар ошо һуғышта туғандаш Донбаста йәшәүселәрҙең, ватандаштарыбыҙҙың ғүмере өҙөлдө. Бөгөн мин республикабыҙҙа ла юғалтыуҙар бар тип әйтергә мәжбүрмен. Беҙ хәрби бурысын үтәгән өс егетте юғалттыҡ. Яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләрен ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫбыҙ, улар тураһында хәстәрлек күрербеҙ», — тине Радий Хәбиров.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: