«Ейәнсура районында тыуып үҫкән өлкән лейтенант Алексей Кондратьев хәрби поста һәләк булған. Офицер ултырып китеп барған автомобиль ҡурҡыныс юл фажиғәһенә осраған. Уның Иҫәнғол ауылында ата-әсәһе, ҡатыны һәм биш айлыҡ сабыйы ҡалған. Өлкән сержант Кузьма Николаевтың да хәрби бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән. Яҡташтарыбыҙҙың туғандарының, яҡындарының, хеҙмәттәштәренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Беҙ уларҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтербеҙ», — тине Радий Хәбиров.
Конференцияла ҡатнашыусылар өлкән лейтенант Алексей Кондратьевты һәм өлкән сержант Кузьма Николаевты бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
«Украина биләмәһендәге махсус операцияла ҡатнашҡан бөтә яугирҙар хәрби бурысын ҡаһармандарса үтәй – ысын геройҙар. Беҙ һеҙҙең менән, егеттәр, тибеҙ бөгөн беҙ уларға. Рәсәй һеҙҙең менән», — тине республика етәксеһе.