-33 °С
Ясна
Бүләкләнгән табиптар араһында Башҡортостандан ике медицина белгесе лә бар.
Улар — II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының миҙалын алған БДМУ проректоры Виталий Викторов һәм Пирогов ордены менән бүләкләнгән дауалау факультеты деканы Дамир Вәлишин.
«Хеҙмәтебеҙҙе юғары баһалаған өсөн Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путинға ихлас рәхмәтемде белдерәм! Был — яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса Башҡортостан табиптары командаһының эш һөҙөмтәһе һәм республиканың барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең эшенә баһа», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Дамир Вәлишин.
Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән бөтәһе 220-гә яҡын табип дәүләт наградалары менән бүләкләнде.