Рәсми бүлек
7 Марта 2022, 17:22

Башҡортостандан ярҙам йөҙөнән!

4 март  Башҡортостан халҡы гуманитар ярҙам (аҙыҡ-түлек, медицина препараттары, көнкүреш кәрәк-яраҡтары) йыйып, Луганск һәм Донбасс Халыҡ Республикаларына юллағайны. 

Башҡортостандан ярҙам йөҙөнән!Башҡортостандан ярҙам йөҙөнән!
Башҡортостандан ярҙам йөҙөнән!

фуралар башҡа төбәктәрҙән сыҡҡан гуманитар колоннаға ҡушылды. Йәмғеһе 15 машина 2300 саҡрым юл үтеп, тәғәйен урынға барып еткән.

— Гуманитар ярҙам Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һағы аҫтында килтерелде. Барыһы 15 машина, дөйөм ауырлығы – 130 тонна, – тип белдерә министрлыҡ вәкиле Виталий Кучеров.

– Ошо ерҙәр өсөн бик күп башҡорт атлылары башын һалған. Беҙҙең өсөн был – сит ер түгел. Ике тәүлектә килеп еттек. Водителдәр бөтөнләй йокламаны, — ти Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов.

Тағы бер машина ил сигендә гуманитар коридор асылыуын көтә, ул Ҡыҙыл Нур ҡалаһына ебәрелгән.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас