PepsiCo компанияһы сайтында генераль директор Рамон Лагуарттың компания хеҙмәткәрҙәренә хаты баҫылған. Ул компанияның Рәсәй биләмәһендә 60 йылдан ашыу эшләүе, ә баҙарға СССР менән АҠШ араһындағы һалҡын һуғыш ваҡытында сығыуы, мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуҙа ярҙам күрһәтеүе тураһында яҙған. Шуға ҡарамаҫтан, Pepsi-Cola, 7Up, Mirinda, шулай уҡ башҡа глобаль брендтар Рәсәйҙә хәҙер һатылмай. Һөт ризыҡтары, балалар өсөн һөт ҡатнашмалары, балалар аҙығы кеүек иң кәрәкле тауарҙарға ғына ташлама яһала. Бынан тыш, компанияның Рәсәйҙәге 20 000 хеҙмәткәрен, шулай уҡ 40 000 ауыл хужалығы тармағы эшсеһен ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫбыҙ, тип белдерҙеләр коропрацияла.
McDonald's корпорацияһының генераль директоры Крис Кемпчински ҙа Рәсәйҙәге 850 тиҙ туҡланыу рестораны эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтатыу тураһында белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, Рәсәйҙәге 62 мең хеҙмәткәрҙең барыһы өсөн дә эш хаҡы һаҡлана.
Фото: nachedeu.com