Был мәсьәләгә Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев аңлатма бирҙе.
- Хаҡтарға, сауҙа өҫтәмәһенән тыш, бер нисә шарт йоғонто яһай: һорау һәм тәҡдим араһындағы тигеҙлек, логистика өлөшө, етештереүселә тауарҙың булыу-булмауы, етештереүгә, һаҡлауға, килтереүгә, төрөүгә сығымдар хаҡы һәм башҡалар, - тип аңлатты министр.
Шулай уҡ ул продукттың сауҙа кәштәләрендә булыу-булмауына йоғонто яһаған тағы бер шарт – һатып алыусылар тарафынан һорауҙың ҡапыл артыуы хаҡында ла әйтеп үтте. Сауҙа селтәрҙәре билдәләүенсә, һуңғы бер нисә көндә шәкәргә ихтыяж бер нисә тапҡырға артҡан. Һатыусылар тауарҙы келәттәрҙән алып, кәштәләргә урынлаштырып өлгөрмәй.
Шулай уҡ ведомствола аңлатыуҙарынса, быға тиклем Рәсәйҙең күп кенә аҙыҡ-түлек предприятиелары шәкәр ҡомо менән тәьмин итеү йәһәтенән сит ил етештереүселәре менән эшләгән, хәҙер уларҙың бындай мөмкинлеге юҡ. Улар һатып алыу географияһын эске баҙарға йүнәлтте, шуның менән Рәсәй шәкәренә ихтыяжды арттырҙы. Был да, үҙ сиратында, хаҡтарҙың бер аҙ артыуына килтерҙе.
- Етештереүселәр һәм сауҙаны ойоштороусылар менән эшлекле осрашыуҙар үткәрҙек. Әйтеүҙәренсә, ихтыяждың ҙур булыуы арҡаһында улар һатып алынған шәкәр күләмен арттырған. Ул кәштәләрҙе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кәрәкле тауар менән тулыландырырға мөмкинлек бирәсәк, ә тәьминәт менән хәлде көйләү хаҡтарҙы яйға һалыуға булышлыҡ итәсәк. Әлеге хәл-тороштан файҙаланып, күберәк табыш алыуҙы маҡсат итеп ҡуйған ҡайһы бер ҡатнашыусыларға килгәндә, был йәһәттән Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәттең БР буйынса идаралығы менән берлектә эшләйбеҙ, - тине Алексей Гусев.
Фото: Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы.
#Объясняем_Башкортостан #Аңлатабыҙ_Башҡортостан