Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
20 Март 2022, 21:01

Ике республика араһында хеҙмәттәшлек нығынасаҡ

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Донецк халыҡ республикаһы Башлығы Денис Пушилин эш осрашыуы үткәрҙе, уның йомғаҡтары буйынса ике республика араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында берлектәге коммюникеға ҡул ҡуйылды.

Ике республика араһында хеҙмәттәшлек нығынасаҡ
Ике республика араһында хеҙмәттәшлек нығынасаҡ

Документҡа ярашлы, сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, ғилми-техник хеҙмәттәшлек, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, йәштәр сәйәсәте һәм мәҙәниәт өлкәләрендә бәйләнештәрҙе үҫтереү өҫтөнлөклө йүнәлештәр булып тора.

Денис Пушилин республикабыҙ делегацияһын ихлас сәләмләне.

– Башҡортостан беҙҙең өсөн күптән яҡынға әйләнде. Төрлө йүнәлештәр буйынса бәйләнеш тотабыҙ. Бындай йылы мөнәсәбәт әле түгел, ә Донецк Халыҡ Республикаһы танылмаған саҡта уҡ барлыҡҡа килде. Шуға ҡарамаҫтан, Радий Фәрит улын был туҡтатманы. Ул Донбастың иртәме-һуңмы тарихи ғәҙеллек тантана иткән төбәк буласағын аңлап эш итте. Рәсәй Президенты Владимир Путин ярҙамында барыһы ла ошо юлдан бара, – тине ул.

Денис Пушилин белдереүенсә, бынан алда ла уларға ярҙам күрһәтелеп килгән. Хәҙер иһә булышлыҡ айырыуса кәрәк. Һәм Башҡортостан халҡы, әлбиттә, ярҙам итеүселәрҙең алғы сафында.

– Бындай мөнәсәбәт ерле юҡтан түгел. Беҙ барыбыҙ ҙа Советтар Союзынан. Тарихыбыҙҙың ҡәҙерен беләбеҙ. Генерал Шайморатовты беҙҙә хәтерләйҙәр һәм беләләр. Ул - уртаҡ геройыбыҙ. 1943 йылда Донбасты азат иткәндә батырҙарса һәләк булған легендар командир. Шулай булғас, барыһы ла аңлашыла: беҙҙең үткәнебеҙ ҙә, киләсәгебеҙ ҙә уртаҡ, – тине Денис Пушилин. – Әлеге ҡатмарлы һәм ниндәйҙер кимәлдә хәүефле осорҙа ла килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Радий Фәрит улы, шәхси позицияғыҙ өсөн рәхмәтлемен. Бында үҙ-ара туранан-тура эш итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Әле махсус хәрби операция тамамланмаһа ла, был йүнәлештә тәүге аҙымдар яһайбыҙ, ниәттәребеҙ тураһында белдерәбеҙ, һәм был хаҡта ҡағыҙға ла яҙыласаҡ. Рәхмәт!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө ҡыҙыу мәлдә осрашыу өсөн мөмкинлек тапҡанға рәхмәт әйтте.

– Башҡортостан менән Донбасты – Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын – яҡын, йылы, ысын мәғәнәһендә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй. Беҙ Донецк Халыҡ Республикаһы етәкселегенә тәрән ихтирам менән ҡарайбыҙ. Башҡортостан халҡы һеҙгә ярҙам итергә тырыша, янып-көйә, борсола. Үҙебеҙ менән йөрәк йылыһын, ихлас ихтирам, һоҡланыу һүҙҙәрен алып килдек, – тине Радий Фәрит улы. – Бөгөн беҙ гуманитар ярҙам менән икенсе конвойҙы килтерҙек. Махсус рәүештә йөк составына нимәләр кәрәклеген ҡарарға теләнек. Бында күп йорттарҙы тергеҙергә кәрәклеген аңлайбыҙ. Шуға күрә төҙөлөш материалдары менән ярҙам итәсәкбеҙ. Уларҙың төрлөһө Башҡортостанда күп.

Радий Фәрит улы әйтеүенсә, Донбасс еренә яйлап булһа ла тыныслыҡ килә. Әле атыштар тамамланмаһа ла, төбәк йәшәйешен бөгөндән йәнләндерә башларға кәрәк. Шуға күрә беҙҙең делегация Донецк Халыҡ Республикаһы менән Башҡортостан араһындағы иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе нығытырға, үҫтерергә тәҡдим итте.

– Һеҙҙең Иҡтисади мөнәсәбәттәр министрлығы етәкселегенә рәхмәтлемен, улар ярҙамында беҙ Донецк Халыҡ Республикаһының иҡтисад структураһын ентекле өйрәндек. Уның ҡаҡшағаны аңлашыла, әммә ҡеүәте ҙур. Предприятиеларығыҙҙы өйрәндек. Һеҙгә яҡынса ниҙәр кәрәклеген күҙаллайбыҙ. Бөгөнгө осрашыуҙан сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәребеҙҙе, фәнни-техник хеҙмәттәшлекте башларға тәҡдим итәбеҙ. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, туризм өлкәләрендә үҙ-ара эш итергә әҙербеҙ. Беҙҙе Донецк Халыҡ Республикаһының агросәнәғәт комплексы ҡыҙыҡһындыра. Барыһын да тәрән анализланыҡ һәм хәҙер тыныслыҡ осоро башлана тип иҫәпләйбеҙ. Хеҙмәттәшлек маҡсаты Донбасс менән Башҡортостан халҡының яҡшыраҡ, байыраҡ, тыныс, татыу йәшәүенә йүнәлтелгән. Шуға күрә бергәләп республикаларыбыҙ араһында килешеүҙәр төҙөү, артабанғы хоҡуҡи ҡарарҙар өсөн старт бирәсәк коммюнике әҙерләнек. Был тыныс шарттарҙа изге башланғыс булыр тип уйлайым, - тине Радий Хәбиров.

Ул Денис Пушилинға рәхмәт әйтте, Донбасс халҡының ҡыйыулығына һоҡланыуын белдерҙе.

– Үкенескә күрә, юғалтыуҙар Башҡортостанды ла урап үтмәне. Махсус операция ваҡытында һәләк булған бер нисә егетебеҙҙе юғалттыҡ. Мәрхүмдәрҙе ерләүгә бөтә ауыл, ҡала халҡы йыйыла. Барыһы ла махсус операцияның кәрәклеген аңлай. Украинаны нацизмдан азат итергә кәрәк. Яҡшы, тыныс, татыу йәшәргә ынтылыу мөһим, – тине Радий Фәрит улы.

Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм Донецк Халыҡ Республикаһының Донецк хакимиәте башлығы Алексей Кулемзин Өфө менән Донецк араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был ҡалалар туғандашҡа әйләнде.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: