Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
21 Март 2022, 11:42

"Табиптарыбыҙға рәхмәт!"

Донбасҡа эш сәфәре барышында республика етәксеһе Радий Хәбиров Донецк клиник территориаль медицина берләшмәһендә лә булды. Унда белгестәр менән бер рәттән Башҡортостандан ирекмән-табиптар ҙа эшләй.

"Табиптарыбыҙға рәхмәт!"
"Табиптарыбыҙға рәхмәт!"

Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһынан, Республика табип-физкультура диспансерынан, Өфөнөң 5-се һәм 13-сө ҡала дауаханаларынан, Октябрьскиҙың 1-се дауаханаһынан, Сибай үҙәк ҡала, Баҡалы, Туймазы үҙәк район дауаханаларынан йәмғеһе ун табип, өс шәфҡәт туташы хеҙмәт күрһәтә. Уларҙың барыһы ла коллегаларына ауырыуҙарҙы, яраланған яугирҙарҙы дауалауҙа ярҙам күрһәтеү өсөн үҙ теләге менән килгән. Табиптар араһында – нейрохирургтар, отоларингологтар, хирургтар, анестезиологтар, эндоскопсылар.

Радий Хәбиров Башҡортостан табиптарына гражданлыҡ позициялары, Донбастағы коллегаларына баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Беҙҙең табиптар һәм шәфҡәт туташтары сираттағы тапҡыр иң ҡатмарлы шарттарҙа үҙҙәренең һөнәри бурысын үтәгән ҡыйыу кешеләр икәнлеген раҫланы, – тине төбәк етәксеһе. – Мин һәр ваҡыт Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилинға, һеҙгә тормошоғоҙҙо аяҡҡа баҫтырырға ваҡыт етте, тип әйтә торғайным. Бөгөн беҙ Донецкиға ҙур делегация менән килдек. Иҡтисад, ауыл хужалығы, фән, техника, мәғариф өлкәләрендә уртаҡ пландарыбыҙ ҙур. Бергәләп тыныс тормош ҡорорға теләйбеҙ.

Башҡортостан Башлығы Донецк милли медицина университеты ректоры Григорий Игнатенкоға һәм Донбастың медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт хаттары тапшырҙы. Тыныс көндәр еткәс, ике республика табиптары тәжрибә уртаҡлаша, уртаҡ операциялар үткәрә аласаҡ, тип ышаныс белдерҙе Радий Хәбиров.

– Һигеҙ йыл буйына Рәсәйҙән дуҫтарыбыҙҙың, туғандарыбыҙҙың ярҙамын тоябыҙ. Шуға күрә генә Донбасс туғандар ҡәберлегенә әйләнмәне. Беҙ генерал Шайморатовтың һәм башҡорт атлыларының батырлығын мәңге хәтерләйәсәкбеҙ. Рәсәй табиптарына, шул иҫәптән Башҡортостандан үҙ теләктәре менән хеҙмәттәштәренә ярҙам итергә килгәндәргә рәхмәт белдерәбеҙ, – тине Донецк медицина университеты ректоры Григорий Игнатенко.

Донецк дауаханаһы махсуслаштырылған амбулатор һәм стационар медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн иң ҙур күп профилле дауалау-профилактика учреждениеһы булып тора. Уның составына ике поликлиника, диагностика үҙәге инә. Терапия йүнәлешендәге 455 һәм хирургия профилендәге 610 урын бар, шулай уҡ акушерлыҡ бүлегендә - 50 койка. Бынан тыш, 45 урынлыҡ дүрт интенсив терапия бүлеге булдырылған. Дауаханала 564 табип һәм 857 урта медицина хеҙмәткәре эшләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Туймазыла инфекция үҙәген асҡанда Рәсәй Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Хубезов Луганскиҙан видеомөрәжәғәтендә Башҡортостан Башлығына һәм республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселегенә Донбасҡа ярҙамға ике медицина бригадаһы ебәргән өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Кешеләрегеҙ ут кеүек шунда уҡ эшкә тотондо, планлы ауырыуҙарҙы һәм яраланған яугирҙәрҙе дауалауҙа баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтәләр. Беҙ бергә эшләйбеҙ. Һеҙ – иң көслө республика, – тине Дмитрий Хубезов.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: