Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова ведомствола уҙған брифингта ҡайһы бер дарыу препараттары тирәләй килеп сыҡҡан хәлде аңлатты. Проблемаға йыш ҡына яһалма ажиотаж тыуҙырыу сәбәпсе булып тора.
"Карбамазепин" препараты һәм уның сауҙалағы атамаһы "Финлепсин" препараты дарыуханаларҙа 2021 йылдан юҡ. Етештереүсе шундай уҡ препаратты Рәсәйгә 2022 йылдың беренсе яртыһында индерергә вәғәҙәләй. Шундай уҡ препарат барлыҡҡа килгәнсе, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы пациенттарға ҡыҫҡа ваҡытта йоғонто яһаусы дарыуға күсеү өсөн дауалаусы табипҡа мөрәжәғәт итергә тәҡдим итә.
“Левотироксин” – ҡалҡан биҙе сирҙәренән дауалаусы препарат. Башҡортостан – йод етешмәгән эндемик зона, шуға күрә беҙҙә был препаратҡа мохтаждар күп. Рәсәйҙә уны 50 һәм 100 миллиграмлы дозировкаларҙа ике етештереүсе сығара, шулай уҡ 25 һәм 75 миллиграмлы дозировкаларҙағы препараттарҙы сит илдәрҙән килтереү дауам итә.
Ирина Кононова әйтеүенсә, был препаратты алдан күп итеп һатып алып ҡуйып, пациенттар яһалма ажиотаж тыуҙырған. Шуға ҡарамаҫтан, препараттар Башҡортостан дарыуханаларында һәм складтарҙа бар, ҡытлыҡ юҡ.
Тағы бер мәсьәлә – ваҡлап һатыу өсөн конкрет сауҙа атамалары булған инсулиндар. Был хәл яһалма һәм ул етештереүселәр тарафынан тыуҙырылған: льготалы категорияға ҡараусыларҙы тәьмин итеү һәм бөтә контракт йөкләмәләрен үтәү өсөн, етештереүселәр инсулин препараттарын ваҡлап һатыуҙан алған. Инсулин рецептһыҙ бирелергә тейеш түгел. Шәкәр диабеты менән ауырыусы кеше медиктар күҙәтеүе аҫтында булһын өсөн, дауалаусы табипҡа рецепт һорап мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Инсулиндар махсус фармацевтик һыуытҡыстарҙа һаҡлана, шуға күрә уларҙы алдан һатып алып, көнкүреш һыуытҡыстарында һаҡларға кәңәш ителмәй.
Ғөмүмән, бөтә Рәсәй буйынса ла шундай уҡ хәл – дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ.
“Росздравнадзор дарыу препараттары хәрәкәтен мониторинглау системаһы ярҙамында (был система Рәсәйҙә икенсе йыл эшләй) етештереүсенән алып ҡулланыусыға тиклем уларҙың булыу-булмауын, бөтә атамалары буйынса барлап, тикшерә. Шунлыҡтан беҙ, хатта учреждениеһын аныҡлап күрһәтеп, ҡайҙа һәм күпме дарыу булыуын әйтә алабыҙ.
Беҙ тотош селтәрҙә дарыу препараттары күләме етмәҫ, тип борсолмайбыҙ. Бөгөн дарыуханаларҙа дарыуҙарҙың бер ни тиклем кәмеүе күҙәтелә. Ләкин был препараттар дистрибьюторҙарҙа, етештереүселәрҙә етерлек һәм яҡын арала ул дарыуҙар дарыухана селтәренә сығасаҡ”, – тип билдәләне Росздравнадзор етәксеһе Алла Самойлова.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы дарыуҙарҙы алдан күпләп тупламаҫҡа кәңәш итә, сөнки уларҙы файҙаланыу ваҡыты сикләнгән һәм билдәле бер шарттарҙа һаҡланырға тейеш. Әгәр кәрәкле дозировкалағы препарат юҡ икән, пленка менән ҡапланмаған дарыуҙарҙы кәрәкле дозировкаға бүлергә мөмкин.
Дарыуҙарҙың булыу-булмауы тураһындағы мәғлүмәтте
– "Башфармация" селтәре дарыуханаларында: 8(800) 347-47-47,
– "Честный знак" дәүләт системаһында: честныйзнак.рф,
– шәхси дарыуханалар сайттарында белергә мөмкин.
Фото:pravmir.ru