Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
25 Март 2022, 12:06

Коронавирустың яңы тулҡыны башланыу ваҡыты - йәй

Йәй башында Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың сираттағы тулҡыны көтөлә. Был хаҡта брифингта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.

Коронавирустың яңы тулҡыны башланыу ваҡыты - йәй
Коронавирустың яңы тулҡыны башланыу ваҡыты - йәй

«Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡланды, ләкин тынысланырға иртәрәк!  —тине министр. — Йәй башында Азия штамы сирҙең таралыуына сәбәпсе булыуы ихтимал».

Ведомство башлығы республикала йәшәүселәрҙе прививка яһатырға саҡырҙы, сөнки сир бер ҡайҙа ла китмәне.

2022 йылдың 24 мартына Башҡортостанда сирлеләрҙең дөйөм һаны — 272 215. Һуңғы тәүлектә — 678 яңы осраҡ, 11 пациент яҡты донъя менән хушлашҡан.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: