Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров, Рәсәй Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Хубезов һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.
Төҙөлөш эштәре үткән йылдың 30 декабрендә башланғайны. Үҙәкте төҙөүгә, медицина ҡорамалдары, мебель һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр менән йыһазландырыуға республика бюджетынан 1,8 миллиард һум аҡса бүленгән.
"Беҙ бөгөн Сибайға яҡшы кәйеф менән килдек. Республикабыҙ, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, алға бара. Ике йыл дауамында коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшәбеҙ. Әле лә, санкциялар баҫымына ҡарамай, һаман төҙөйбөҙ, медицина йүнәлешендә генә түгел, социаль, спорт тармаҡтары буйынса ла объекттар төҙөйбөҙ. Бөгөн, республикала эпидемиологик контурҙы ябып, дүртенсе клиник-диагностикалау йоғошло ауырыуҙар үҙәген асабыҙ. Сибайҙың медицина ойошмаларында Урал аръяғының бар халҡы хеҙмәтләндерелә. Ҡала хакимиәтенә, сибайҙарға госпиталде төҙөүҙә ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ. Һеҙҙең ярҙамһыҙ тиҙ һәм сифатлы эшләй алмаҫ инек. Шулай уҡ төҙөүселәргә ҙур рәхмәт. Айырым рәхмәт һүҙҙәрен дуҫыбыҙ Дмитрий Анатольевич Хубезовҡа еткерәбеҙ", - тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы йәнә бер ковид-госпиталь төҙөү планы барлығын да әйтте.
- Бер аҙ хәл алып, ресурстар туплап аласаҡбыҙ һәм яңы төҙөлөшкә тотонорбоҙ. Сибай минең өсөн тыуған ҡалама әйләнде, тап ошонда республика Башлығы булараҡ үҙ эшемде башланым. Ул ваҡытта бында хәл киҫкен ине - карьер янған осор. Ауыр юлды бергәләп үтә алдыҡ. Сабырлығығыҙ өсөн рәхмәт. Изге юл! - тине Радий Хәбиров.
Рәсәй Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Хубезов белдереүенсә, уның өсөн яңы медицина учреждениеһын асыуҙа ҡатнашыу - оло мәртәбә. "Кешенең ғүмере, һаулығы - иң ҙур байлыҡ. Һис шикһеҙ, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһы илдә иң яҡшыларҙан һанала, беҙ һәр ваҡыт уны өлгө итеп ҡуябыҙ. Медицина хеҙмәткәрҙәренә, төбәктең барлыҡ халҡына һаулыҡ теләйем!" - тине Дмитрий Хубезов.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, "Беҙ үҙебеҙҙең проекты төҙөнөк, хәҙер уның кеүек үҙәктәр Рәсәйҙең 20 төбәгендә һалына. Күреүегеҙсә, Башҡортостандың технологияһы бар ил буйлап киң танылыу тапты, Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан юғары баһа алды. Бөтә төбәктәр ҙә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бындай объект төҙөй алмай. Уның өсөн власть вәкилдәре менән төҙөүселәр араһында дөйөм тырышлыҡ кәрәк. Шуны ла билдәләп үтеү мөһим, Сибайҙа киләсәктә лә төрлө объекттар төҙөү дауам ителәсәк", - тине ул.
Бинаның бер ҡатлы корпустары ҡурай сәскәһе формаһында урынлашҡан. Дөйөм майҙаны - туғыҙ мең квадрат метр. Яңы инфекция үҙәгендә тәүлек әйләнәһенә эшләгән 40 бокс һәм 10 реанимация боксы бар.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, госпиталь иң яңы заманса медтехника менән йыһазландырылған. Табиптар һәм шәфҡәт туташтары өсөн мобиль планшеттар бар, улар ярҙамында сирлеләргә тиҙ арала диагноз ҡуйып, ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге бермә-бер арта. Шулай уҡ Өфө табиптарынан консультация алырға ла мөмкин буласаҡ.
Ковид-госпиталдә ике уҡыу класы булдырылған, унда Сибай медицина колледжы студенттары практика үтәсәк. Радий Хәбиров был идеяны ыңғай баһаланы һәм алдан асылған госпиталдәрҙә лә ошондай уҡыу кластарын булдырырға кәрәклеген билдәләне.
Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Радик Нәҙерғолов әйтеүенсә, дауаханала 248 хеҙмәткәр эшләйәсәк. Коронавирус пандемияһы тамамланыу менән унда инфекция сирҙәре, терапия, эске органдар сирҙәре, лабаратор диагностикалау буйынса хеҙмәттәр күрһәтеләсәк.
Радий Хәбиров сара аҙағында аҡ халатлыларға һәм төҙөүселәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Республика етәксеһе был турала социаль селтәрҙә лә яҙҙы.
"Һөйләшкәнебеҙсә, бөгөн Сибайҙа клиник-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге астыҡ - беҙҙең дүртенсе "ҡурай сәскәбеҙ". Сибайҙа йәшәгәндәрҙән тыш, унда Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ райондары, Баймаҡ ҡалаһынан пациенттар дауаланасаҡ.
Был госпиталдә, башҡа яңы медицина учреждениеларындағы кеүек үк, яҡшы шарттар тыуҙырылған. Киң, яҡты бокстар, барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар бар. Коронавирус сигенгәс, бында башҡа төрлө профилдәр буйынса медицина ярҙамы күрһәтеләсәк.
Фото: glavarb.ru