Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
26 Март 2022, 11:09

Евразия китапханаһы буласаҡ

"АРТ-Ҡоролтай" икенсе форумында сығыш яһағанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Евразия китапханаһы проекты тураһында ентекле һөйләне.

Евразия китапханаһы буласаҡ
Евразия китапханаһы буласаҡ

Бындай белем биреү үҙәген ул белемгә, ижадҡа ынтылған йәштәр, белемгә ынтылған кешеләрҙең йыйылып аралашыр урыны буласаҡ тип һанай.

Республика Башлығы ҙур экранда проекттың презентацияһын күрһәтте һәм баш ҡалаға аэропорт яғынан инәсәк ҡунаҡтарҙың Салауат Юлаев һәйкәле менән бергә ҙур тирмә рәүешендә төҙөлгән Евразия китапханаһы бинаһын күрәсәген әйтте. Радий Хәбиров билдәләүенсә, китапхана – уҡыу әсбаптары һәм әҙәби китаптар ғына һаҡланған урын түгел, ә Башҡортостан халҡы, ҡунаҡтары өсөн күп функциялы учреждение, төрлө ҡыҙыҡһыныуҙары булған кешеләр өсөн майҙан буласаҡ.

- Беҙ тормош уңайлыраҡ булһын өсөн күп эшләйбеҙ – юл инфраструктураһына аҡса һалабыҙ, парктарҙы, ихаталарҙы төҙөкләндерәбеҙ, мөһим, ҙур медицина һәм башҡа социаль объекттар төҙөйбеҙ. Өфөгә 450 йыл тулыу айҡанлы тағы бер ҡыҙыҡлы объект проектлағанбыҙ. Беҙҙең Евразия китапханаһы белемгә тартылған төрлө йәштәге кешеләр өсөн күп мәҙәниәтле белем биреү үҙәгенә әйләнәсәк. Үҙенсәлекле һирәк китаптар, заманса мультимедиа технологиялары, Рәсәй Дәүләт китапханаһы базалары менән тоташтырылған диссертация залы, тематик залдар, хеҙмәттәшлек үҙәге, ижади киңлектәр һәм башҡалар буласаҡ. Китапхана архитектура йәһәтенән дә уникаль урын буласаҡ. Ағиҙелдең бейек ярында аҡ тирмә рәүешендә төҙөргә ниәтләйбеҙ. Евразия китапханаһы республиканың барлыҡ халҡын йәлеп итеү үҙәгенә әйләнер тип ышанам. Вәғәҙә итәм – бында шәп буласаҡ, — тине Радий Хәбиров.

Өфөнөң 450 йыллығына һәр объекттың үҙ илселәре буласаҡ. Республика Башлығы Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримоваға, билдәле опера йырсыһы Илдар Абдразаковҡа, Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиевкә китапхана амбассадорҙары булырға тәҡдим итте.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: