Документтың яңы редакцияһына ярашлы, республикала 200 кеше ҡатнашлығындағы эшлекле, мәҙәни, күңел асыу, спорт һәм башҡа сараларҙы уҙғарыу өсөн оперштаб ҡарары талап ителмәй.
Дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар ойошторған сараларҙа 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта 500-ҙән күберәк кеше ҡатнашҡан саралар (мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеларында үткәрелгәндәренән тыш) Рәсәй Федерацияһының Баш дәүләт санитар табибы ҡарары талаптарын иҫәпкә алып ойошторолорға тейеш.
Башҡортостанда йәшәүселәргә коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация йәки ревакцинация үтергә кәңәш ителә.
1,5 метрлыҡ социаль арауыҡты мотлаҡ һаҡлау, бирсәткә кейеү, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең 50 процентын өйҙән эшләүгә күсереү тураһында тәҡдим ғәмәлдән сығарыла.
Дәүләт органдары һәм муниципалитеттар етәкселәре граждандарҙы шәхси ҡабул итергә мөмкин.
Эш биреүселәр «омикрон» штамы таралған ваҡытта Роспотребнадзорҙың эпидемияға ҡаршы саралар буйынса методик кәңәштәрен үтәүҙе тәьмин итергә тейеш.
Шул уҡ ваҡытта битлек режимын үтәү мотлаҡ.