Рәсми бүлек
31 Марта 2022, 09:10

Йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлеге киңәйтелде

Рәсәй хөкүмәте ҡарары менән йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлеге киңәйтелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлеге киңәйтелдеЙәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлеге киңәйтелде
Йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлеге киңәйтелде

Уға коронавирус менән ауырығандарҙы дауалауҙа ҡулланылған молнупиравир препараты инде. Вирусҡа ҡаршы фавипиравирға өҫтәмә дарыу формалары – онтаҡ, концентрат, лиофилизат өҫтәлгән.

Әлеге ваҡытта иң кәрәкле препараттар исемлегендә – бөтәһе 800-ҙән ашыу дарыу. Бындай препараттарға хаҡты дәүләт көйләй, уларҙы бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт гарантиялары программаһы сиктәрендә ҡулланалар, исемлектәге препараттар дауалаған табиптың рецебы буйынса ташлама менән файҙаланыусыларға бушлай бирелә.

Автор:Эльвира Хамзина