«Мәрхүмдәрҙең ғаиләләренә 2 миллион һум аҡса бүлергә һөйләшеп килешкәйнек. Бюджетта аҡса бар. Республика хәрби комиссариатынан ошо аҙнала уҡ аҡса түләй башлауығыҙҙы һорайым. Был бик мөһим», — тине республика етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.
Радий Хәбиров республика парламентына тиҙ арала «Һәләк булған (үлгән) хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзаларына өҫтәмә социаль ярҙам сараһы тураһында» законды ҡабул иткән өсөн рәхмәт белдерҙе. Документты 30 мартта Дәүләт Йыйылышы депутаттары бер юлы өс уҡыуҙа ҡабул итте.
Алдан хәбәр ителгәнсә, түләүҙәр республика бюджеты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Аҡсаны тәғәйенләү һәм иҫәпләү тәртибен хөкүмәт билдәләй.