Юғары хәрби команда училищеһын тамамлағандан һуң, Алыҫ Көнсығышта Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә. Хәрби әҙерлек йәһәтенән уңыштары өсөн Альберт Кәримовты Рәсәй Ҡораллы Көстәренең дөйөм ғәскәри академияһына уҡырға ебәрәләр. Тырыш егет хәрби учреждениены ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Хәрби хеҙмәт осоронда Альберт үҙен белемле, аҡыллы, һөнәри йәһәттән оҫта командир булараҡ таныта. Чечен Республикаһы, Сүриә территорияһында барған хәрби конфликттарҙа бер нисә тапҡыр махсус заданиеларҙы ғәмәлгә ашыра.
Хәрби бурыс үтәүҙә күрһәткән батырлығы, ғәййәрлеге өсөн дәүләт һәм ведомство наградаларына - I, II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн”ордендарына, II дәрәжә “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Сүриәлә хәрби операцияла ҡатнашҡан өсөн”, “Хәрби берҙәмлекте нығытҡан өсөн”, I, II дәрәжә “Өлгөлө хәрби хеҙмәте өсөн”, “Еңеү Көнө Парадында ҡатнашҡан өсөн”, “Кавказда хеҙмәт өсөн”, “Амурҙағы стихия менән көрәштә ҡатнашҡан өсөн” миҙалдарына лайыҡ була.
Әсәһе, Рена Ивановна Кәримова, биш тиҫтә йылдан ашыу мәғариф өлкәһендә хеҙмәт итә, Тирлән мәктәбендә математика һәм физика дәрестәрен алып бара. Ғаилә башлығы мәрхүм булғас, бер үҙе биш баланы тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтыра. “Әсәлек даны” миҙалына эйә. Балаларының барыһы ла юғары белемле; уландары - хәрби офицерҙар.
Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың ҡатыны һәм балаһы ҡалған.
Альберт Әбделәхәт улы Кәримов хөрмәтенә Тирлән ауылында матәм митингыһы уҙҙы. Һуңғы сиккә тиклем Ватан алдында үҙ бурысын үтәгән ил улы тыуған ауылында ерләнде.
Тыныс йоҡла, һалдат!