Рәсми бүлек
19 Май 2022, 07:25

Башҡортостан һәм Үзбәкстан хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Республикаһы рәсми делегацияһының Үзбәкстанға сәфәре барышында Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы, Үзбәкстан Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Фирғәнә һәм Наманган бүлексәләре, «Евразия-Өфө» йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды. 

Башҡортостан һәм Үзбәкстан хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙыБашҡортостан һәм Үзбәкстан хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан һәм Үзбәкстан хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙы

Килешеүҙәр Үзбәкстандың һәм Башҡортостандың сауҙа, аҙыҡ-түлек эшкәртеү сәнәғәте компаниялары, предприятиелары һәм берлектәге инвестиция эшмәкәрлеге араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ ике республиканың тауарҙар һәм хеҙмәттәр баҙары торошо тураһында үҙ-ара мәғлүмәт алмашыу, берлектәге конгресс-күргәҙмә сраларында ҡатнашыу ҡаралған. Бынан тыш, Үзбәкстандың SARDOR KOM предприятиеһы Башҡортостанда, 502 миллион һум инвестиция һалып, һуттар һәм емеш-еләктән алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү заводын төҙөргә йыйына.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙың Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлек потенциалын юғары баһаланы. Артабан үҙ-ара эш итеү пландарын әҙерләү бурысы эшсе төркөмгә йөкмәтелде.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас