Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
26 Май 2022, 16:10

Алкоголь һатыу тыйылған юғары хәүефле урындар аталды

Башҡортостан Хөкүмәте спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылған юғары хәүефле сығанаҡтарҙың (шул иҫәптән дөйөм туҡланыу предприятиеларының) урынлашҡан урындарын билдәләне. 

Алкоголь һатыу тыйылған юғары хәүефле урындар аталды
Алкоголь һатыу тыйылған юғары хәүефле урындар аталды

Республика хөкүмәтенең тейешле ҡарары 26 майҙа рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Исемлектә 250 хәүефле производство объекттары бар. Улар араһында — газ һәм нефть эшкәртеү предприятиеларының етештереү майҙансыҡтары, шыйыҡландырылған газ һәм нефть продукттарын һаҡлағыстар, полимер каучуктарҙың тауар-сеймал базаһы, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу карьерҙары, ТЭЦ, химия производствоһы предприятиелары, рудниктар, ҡорос сым производствоһы һәм башҡа объекттар.

Юғары хәүефле сығанаҡтар урынлашҡан урындарҙың тулы исемлеге менән бында танышырға мөмкин.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: