Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
3 Июнь 2022, 16:30

Беҙҙең төбәк – көслө һәм ышаныслы партнер

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров “Урал аръяғы-2022” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының эшенә старт бирҙе.

Беҙҙең төбәк – көслө һәм ышаныслы партнер
Беҙҙең төбәк – көслө һәм ышаныслы партнер

Был – Башҡортостандың көньяғындағы иң ҙур иҡтисади форум. Унда власть органдары һәм ҙур компаниялар етәкселәре, Башҡортостандан, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән эшҡыуарҙар, төрлө үҫеш институттары, финанс һәм банк структуралары эксперттары ҡатнаша.

Форумдың эшлекле программаһы хәҙерге шарттарҙа компанияларҙың эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыуға, иҡтисадты үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереүгә һәм төбәк биләмәһендә яңы инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Инвестиция һабантуйы эшен асып, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эшҡыуарҙарҙың республика менән хеҙмәттәшлеккә һәм төбәк биләмәһендә яңы проекттарҙы бойомға ашырыуға ҡыҙыҡһыныуын билдәләне.

– Хөрмәтле сибайҙар һәм ҡала ҡунаҡтары! Хөрмәтле дуҫтар! Бөгөн Сибай дүртенсе тапҡыр «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын уҙғара. Илебеҙҙең 61 төбәгенән һәм 11 сит дәүләттән – Төркиәнән, Ҡаҙағстандан, Белоруссиянан, Франциянан, Италиянан, Иорданиянан, Ливандан, Австриянан, Болгариянан, Үзбәкстандан һәм АҠШ-тан ҡунаҡтарыбыҙҙы ихлас сәләмләйем. Был форумға ҡыҙыҡһыныуҙың йылдан-йыл артыуы хаҡында һөйләй.

Хәҙерге шарттарҙа инвестиция һабантуйын үткәреү – республика үҫешендә мөһим аҙым ул. Беҙҙең төбәк – көслө һәм ышаныслы партнер. Инвесторҙар ҙа Башҡортостанға ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә.

Бөгөн бик күп ҡыҙыҡлы саралар ойошторола. Башҡортостан эшҡыуарҙары хеҙмәттәшлеккә асыҡлығы, эшлеклелеге һәм көслө характеры менән айырылып тора. Инвестиция һабантуйында ҡатнашыусылар бында яңы партнерҙар табыр тип ышанам, – тине ул.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: