Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
3 Июнь 2022, 16:07

Белореттар гел алда

Бөгөн Сибайҙа инвестһабантуй дауам итә. Белореттар һәр ваҡыттағыса үҙ районын юғары кимәлдә презентациялай.

Белореттар гел алда
Белореттар гел алда

Былтыр Иҙел башы милли аш-һыу, күргәҙмәләрҙә лайыҡлы сығыш яһап, конкурстарҙа юғары баһа алғайны, быйыл да улар һынатманы.

Ике көн буйына Иҙел башы тирмәһенән кеше өҙөлмәне, хатта Белорус делегацияһы менән Башҡортостан араһындағы килешеүгә ҡултамға нәҡ белореттарҙыҡында ҡуйылды.

Бөгөн иһә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Иҙел башының тирмәһендә булып, Егәҙе, Сосновка, Шығай, Әзекәй ауыл хакимиәттәре тәҡдим иткән йөҙҙән ашыу милли ризыҡ, көнкүреш кәрәк-яраҡтарынан күргәҙмә ҡараны.

Ике көн дауамында Үткәл, Рысыҡай мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең йыр-моңо менән халыҡты ҡаршы алды. Йөйәктән Гөлсирә Салауатованың, Сермәндән Рәмзиә Мамедованың ҡул эштәренән торған күргәҙмәһе, Ботайҙан Радик Шаһивәлиев презентациялаған ҡорот, Егәҙенең көнкүреш кәрәк-яраҡтары һәм тирмәне, ҡала тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы күргәҙмәһе бай йөкмәткеле булды. Муниципаль район хакимиәтенән Анна Иванованың Иҙел башының сәнәғәт предприятиелары, туризм үҫеше тураһындағы презентацияһы барыһында ла ҡыҙыҡһыныу уятты. “Мортазин” кооперативы фитосәйҙәрҙе тәҡдим итте.

Милли аш-һыу конкурсында белореттар алты төр ризыҡты презентацияланы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: