Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
3 Июнь 2022, 11:07

«МАЗ» Башҡортостанда етештерелерме?

«Урал аръяғы-2022» инвестһабантуйында Белоруссияның «МАЗ» компанияһы республика предприятиелары менән осрашты. 

«МАЗ» Башҡортостанда етештерелерме?
«МАЗ» Башҡортостанда етештерелерме?

Кәңәшмәлә ике республика араһында сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу хаҡында һүҙ барҙы. Яҡтар «МАЗ» техникаһын һатып алыу, республикала етештерелгән деталдәрҙе экспортлау мөмкинлектәре хаҡында һөйләште.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Рөстәм Моратов «Уфимский» проектында «Амкодор» предприятиеһы өсөн төҙөлгән производство майҙансыҡтары тураһында һөйләне.

— Был «Амкодор» предприятиеһы ярҙамында асылған тәүге завод буласаҡ. Беҙ компанияға максималь преференциялар бирҙек — бушлай приватизациялау, льготалар. Бөтә бизнес-ойошмалар ярҙам күрһәтә, — тине вице-премьер.

Рөстәм Моратов шулай уҡ Белоруссия һәм Башҡортостан араһында тура авиабәйләнеш булдырырға тәҡдим итте.

— БелАЗ техникаһы, тракторҙар, юл техникаһы, лифттар, трансформатор двигателдәре, дизель генераторҙары, компрессорҙар һ.б. етештереүҙә хеҙмәттәшлек итә алабыҙ. Йыллыҡ килем — яҡынса 80 миллион евро. Бынан күберәк эшләй алабыҙ, — тине Белоруссияның Сәнәғәт министры урынбаҫары .

Бөгөн Белоруссия һәм Башҡортостан араһындағы тауар әйләнеше йылына 500 миллион евроға барып баҫа, планға ярашлы, был күрһәткес 1 миллиард евроға етергә тейеш. Был йәһәттән БР Сәнәғәтте үҫтереү фонды Белоруссия вәкилдәренә Башҡортостанда юридик шәхес булып теркәлергә һәм «МАЗ» предприятиеһы производствоһын асырға тәҡдим итте. Шулай уҡ яҡтар транспорт һәм юл хужалығы, иҡтисад, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә хеҙмәттәшлек юлдарын тикшерҙе.

 

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: