Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
3 Июнь 2022, 23:39

Туристар өсөн ҡыҙыҡлы төбәк

Һабантуйҙа «Глобаль сикләүҙәр – төбәк туризмын үҫтереү мөмкинлеге» секцияһы ойошторолдо. 

Туристар өсөн ҡыҙыҡлы төбәк
Туристар өсөн ҡыҙыҡлы төбәк

Унда Башҡортостан Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Ринат Фәтҡуллин, «Туризмды үҫтереү үҙәге» ойошмаһы директоры Руслан Юнысов, «Тимер юлдары» компанияһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Антон Гармаш, амбассадор, блогер Рәис Ғәбитов, туризм өлкәһендәге эшҡыуар Рина Гринберг ҡатнашты.

– Республика етәкселеге туризмды үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә, бөгөн был тармаҡ перспективалы, шуға күрә ул иҡтисади үҫеш этәргес булырға тейеш. Төп бурыс: яҡшы сифатлы туристик продукттар булдырыу, халыҡҡа ҡулайлы хаҡтар тәҡдим итеү, – тине Ринат Фәтҡуллин.
Секция модераторы, Рәсәйҙең отельерҙар ассоциацияһы рәйесе Дмитрий Богданов Урал аръяғында туризмды үҫтереүҙе ыңғай баһаланы.

– Башҡа бик күп төбәктәргә ҡарағанда, Башҡортостан бик уңайлы хәлдә. Урал аръяғында ла туризмды әүҙем үҫтерергә мөмкин. Республика етәкселәренең туризмға иғтибар бүлеүе бик ҡыуаныслы, улар сараларҙа ҡатнаша, инвесторҙарҙы йәлеп итә, дәүләт программалары булдыра, – тине Дмитрий Богданов.
Эшҡыуар Рина Гринберг Рәис Ғәбитов булдырған Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағы проектын маҡтап телгә алды. «Ирәмәл» тәбиғәт паркы тирәләй әүҙем берләшмәләр асыла башланы, инвестиция һабантуйындағы һөйләшеү Башҡортостанға туристар ағымын күбәйтер тип ышанам, тине эшҡыуар.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: