Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
4 Июнь 2022, 13:29

Ирекмәндәр хәрәкәтенә етди иғтибар бүленә

Урал аръяғындағы инвестиция һабантуйын үткәреүгә 200 ирекмән йәлеп ителгән.

Ирекмәндәр хәрәкәтенә етди иғтибар бүленә
Ирекмәндәр хәрәкәтенә етди иғтибар бүленә

Барлығы мең ярым ҡунаҡ,  стратегик сессиялар уҙғарыуға биш төп майҙансыҡ, түңәрәк өҫтәлдәр, күсмә семинарҙар, тиҫтәләгән килешеүҙәр, мәҙәни саралар - быларҙың барыһы ла бөгөн Сибайҙа уҙғарылған “Урал аръяғы- 2022” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында бара.

- Быйыл Сибайғаҙы инвестиция һабантуйын уҙғарыуға Өфө, Бәләбәй, Сибай, Салауат ҡалаларынан 200 ирекмән йәлеп ителгән.- Һуңғы йылдарҙа республикала ирекмән хәрәкәтенә етди иғтибар бүленә. Халыҡ –ара, ил –ара кимәлдәге ҙур саралар үткәреүгә йәлеп ителгән йәштәр үҙҙәре лә ошо сараның бер өлөшө булып тора. Улар бындай форумдарҙа тәжрибә туплай, профессиональ сифаттарын үҫтерә, - тине республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Ирекмәндәр ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, оҙатып  йөрөү, аккредитация уҙғарыу, урынлаштырыу, навигацияла, протоколда, эшлекле ирекмән хәрәкәтендә ҡатнашыу кеүек бурыстар башҡара.

Ирекмәндәрҙең ҙур өлөшө, 70 кеше навигацияла эшләй. Улар ҡунаҡтарҙы ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарға ла яғымлы яуап бирә, майҙансыҡтарға оҙата. Үҙ сиратында һабантуй майҙансығы ирекмәндәргә туҡланыу, йәшәтеү шарттары биргән, махсус экипировка менән тәьмин иткән.

Инвестиция һабантуйы йомғаҡтары буйынса, барлыҡ ирекмәндәргә лә рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: