Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
12 Июнь 2022, 08:08

Кемдәргә ташлама тейешле?

Рәсәй Дәүләт Думаһында беренсе уҡыуҙа закон проекты ҡабул ителде.  

Кемдәргә ташлама тейешле?
Кемдәргә ташлама тейешле?

Законға ярашлы, тотош илдә, уҡыу формаһына ҡарамаҫтан, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балаларға ташламалар биреүҙең берҙәм тәртибе ҡарала. Быға тиклем Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә өйҙә белем алған балаларға ҡоро паек бирелһә, икенселәренә аҡсалата компенсация булған, ә ҡайҙалыр бөтөнләй ҡаралмаған.

 “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Федераль закондың 79-сы статьяһына үҙгәрештәр барлыҡ төбәктәргә ташламаны файҙаланғанда берҙәм ҡараш һәм финанслау сығанағын билдәләй. Был аҡса муниципаль, төбәк йәки федераль бюджеттан бүленергә мөмкин. Закон үҙ көсөнә 2022 йылдың 1 сентябрендә инер, тип көтөлә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда мәктәптәрҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, инвалид балалар һәм күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар ошондай хоҡуҡҡа эйә. Төбәктә бындай ҡыҙ-малайҙар 85 мең тирәһе тәшкил итә.

Фото: today.29ru.net

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: