Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
20 Июнь 2022, 14:21

Форумда Башҡортостан 65 млрд. һумлыҡ 31 килешеү төҙөнө

25-се Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан 31 килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Форумда Башҡортостан 65 млрд. һумлыҡ 31 килешеү төҙөнө
Форумда Башҡортостан 65 млрд. һумлыҡ 31 килешеү төҙөнө

Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә улар буйынса йәлеп ителгән инвестицияларҙың дөйөм күләме 65 миллиард һумдан ашыуыраҡ булыуын билдәләне.

«Үҫеш институттары линияһы буйынса килешеүҙәр ҙә бар. Мәҫәлән, ДОМ.РФ  корпорацияһы менән 21 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп итеү өсөн килешеү төҙөлдө. Катодлы баҡыр етештереү тураһында 13,5 миллиард һумлыҡ, Белоруссияның «Амкодор» холдингы менән 2,5 миллиард һумлыҡ килешеүгә ҡул ҡуйылды. Улар менән килешеү сиктәрендә инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу тиҙлеген һынап ҡарарға тигән маҡсат ҡуябыҙ. 2023 йылдың мартында уҡ продукция етештереүгә сығырға теләйбеҙ», — тип билдәләне Рөстәм Моратов.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: