Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
25 Июнь 2022, 19:54

Бәхил бул, яҡташыбыҙ!

Бөгөн Белоретта хәрби хәрәкәттәр ветераны, кесе сержант Рәфил Әйүпов менән хушлаштылар. Яҡташыбыҙ Украиналағы махсус операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булды. Уға 46 йәш ине.

Бәхил бул, яҡташыбыҙ!
Бәхил бул, яҡташыбыҙ!

Рәфил Кудис улы Белорет һөнәри техник училищеһын тамамлаған. Армия сафтарында хеҙмәт итә. 1995 йылда Чечен Республикаһы территорияһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша һәм яралана. “Гвардия” күкрәк билдәһе, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған.
Хәрби хеҙмәттән һуң, Белорет металлургия комбинатында, Урал пружина заводында эшләй.

Изге күңелле, яуаплы, етди, ғәҙел барыһы ла ихтирам итә. Тоғро дуҫ, иптәш булған Рәфил Әйүповҡа һәр ваҡыт ышанырға мөмкин була. Өлгөлө ғаилә башлығы һәм атай каратэ менән шөғөлләнә, шахмат менән мауыға, хайуандар ярата.

Рәфил Кудис улыныэ ҡатыны, ике ҡыҙы һәм ейәне ҡалды.

Яҡташыбыҙ ҡаһарманлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн генерал Шайморатов ордены менән (үлгәндән һуң) наградланды.

Уның исеме Белорет батырҙары исемлегендә һәр ваҡыт һаҡланыр.  
Ғаиләһенең, туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: