Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
4 Июль 2022, 11:28

Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы «Иннопром» күргәҙмәһендә ҡатнаша

Бөгөн төбәк Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Екатеринбургта уҙған «Иннопром» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша.

Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы «Иннопром» күргәҙмәһендә ҡатнаша
Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы «Иннопром» күргәҙмәһендә ҡатнаша

 Рәсәйҙә төп индустриаль, сауҙа һәм экспорт майҙансығы булып иҫәпләнгән күргәҙмәгә донъяның төрлө илдәренән профессиональ һатып алыусылар һәм сәнәғәт предприятиеларының производствоға яңы продукция һәм технологиялар индереү йәһәтенән ҡарар ҡабул итеүсе белгестәре килә.

Башҡортостан күргәҙмәлә тәүге тапҡыр «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте менән берлектә республика стенды менән таныштыра. «Иннопром» барышында төбәктәрҙә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингы йомғаҡтарының презентацияһы ла була. 2021 йылда Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы 2020 йылда ил субъекты Башҡарма власть органдарының сәнәғәт өлкәһендәге эшмәкәрлеге нәтижәләре буйынса һөҙөмтәлелек рейтингын төҙөнө. Унда Башҡортостан 66,5 балл йыйып, беренсе урынды алды. Әйткәндәй, 2022 йылда был рейтингка 14 яңы күрһәткес өҫтәлгән.

Күргәҙмәнең һәм эшлекле программаның төп темаһы –  «Сәнәғәт күсеүе: саҡырыуҙарҙан яңы мөмкинлектәргә». Күргәҙмәлә етештереүҙе автоматлаштырыу, яңы мобиллек, заманса материалдар һәм башҡа перспективалы йүнәлештәр өлкәһендәге мөһим эшкәртмәләр күрһәтелә. «Иннопром»да донъяның 25 иленән делегациялар ҡатнаша, күргәҙмәнең партнер-иле — Ҡаҙағстан. Ҡаҙағстандың 100-гә яҡын компанияһынан тау-металлургия комплексы, машиналар эшләү, химия һәм фармацевтика сәнәғәте, төҙөлөш индустрияһы, еңел сәнәғәт, һанлы индустрия, йәшел энергия, аэройыһан һәм оборона сәнәғәте өсөн продукция һәм ҡарарҙар тәҡдим ителә.

Белоруссия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстандың иҡтисади ҡеүәте милли стендтар форматында күрһәтелә.

«Иннопром» майҙандарында Евразия иҡтисади союзы илдәренең сәнәғәт буйынса советы уҙғарыла.

Тәүге тапҡыр күргәҙмәлә Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының 2021 йылда Көньяҡ тау-металлургия комплексына берләштерелгән  ете металлургия һәм кокс-химия предприятиеһы ҡатнаша.

Фото: Радий Хәбировтың "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһенән.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: