Быйыл ул ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, легендар летчик Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды. Байрамға 25 меңдән ашыу кеше йыйылды.
Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән фестивалдә ҡатнашыусылар 50 самолет һәм бәләкәй авиация вертолеттарында юғары пилотаж фигуралары күрһәтте. Пилотаж төркөмө етәксеһе Сергей Миңлеғолов осош программаһын теүәл үтәүҙе тикшереп кенә ҡалманы, үҙе лә ҙур булмаған шәхси самолеты штурвалы артына ултырҙы һәм хатта авиашоуҙы алып барыусы өсөн дә көтөлмәгән пируэттар күрһәтте.
Муса Гәрәевтең улы Евгений Гәрәев 1942 йылда сығарылған һәм Бөйөк Ватан һуғышын үткән “По-2” легендар самолетында демонстрация осошо башҡарҙы.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәләм һүҙҙәрен еткерҙе.
– Бөгөн бында, авиация фестиваленә, легендар яҡташыбыҙ Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы күпләп йыйылғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Муса Ғайса улы - халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында еңеүе өсөн бик күпте эшләгән шәхес. Илебеҙҙе данлаған ҡаһарман. Муса Гәрәев йәш кенә килеш ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исемен алған, бихисап батырлыҡ күрһәткән, – тине Константин Толкачев.
Уның әйтеүенсә, һәр быуындың үҙ саҡырыуҙары һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге быуынды ла улар урап үтмәне.
– Бөгөн беҙҙең хәрби подразделениеларыбыҙ Рәсәйҙең Юғары Баш командующийы Украина биләмәһендә денацификация һәм демилитаризация буйынса ҡуйған бурыстарҙы үтәй. Бер Львов өлкәһе сиктәрендә үҫешкән был идеология, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бар Украина биләмәһенә таралды. Һәм беҙҙең ғәскәрҙәр алдына ҡуйылған бурыс – туғандаш Украина халҡының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, – тине ул.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡатнашыусыларға һәм тамашасыларға күтәренке кәйеф теләне.
– Республика Башлығы указы менән быйыл Муса Гәрәевтең юбилейы айҡанлы бик күп саралар планлаштырылды – ҡаһарманлыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр, викториналар һәм ошо авиация байрамы. Муса Ғайса улы 250 хәрби осош үткәргән. 22 йәшендә бер көндә ике Советтар Союзы Геройы йондоҙон алыуы – уға тиклем тарихта булмаған хәл. Бөгөнгө йәштәргә беҙҙең Советтар Союзы Геройҙарынан өлгө алыуҙарын теләйем, – тине ул.
Авиашоу эстрада йондоҙҙары сығышы менән бергә барҙы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.