Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
13 Июль 2022, 20:04

Абхазия делегацияһы - Башҡортостанда

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Абхазия Республикаһы Президенты Аслан Бжания һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Дуҫлыҡ монументына, Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалды. Тантанала Абхазия Республикаһы делегацияһы ҡатнашты.

Абхазия делегацияһы - Башҡортостанда
Абхазия делегацияһы - Башҡортостанда

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостандың баш ҡалаһында Абхазия Президенты бер нисә сәнәғәт предприятиеһына, социаль объекттарға барасаҡ. Сәфәр барышында республика Башлығы Радий Хәбиров менән рәсми осрашыу, Башҡортостандың һәм Абхазияның иҡтисади, инвестиция, туристик ҡеүәте менән таныштырыу ҡаралған.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас