Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
16 Июль 2022, 14:45

Республика Премьер-министры скалодром асыуҙа ҡатнашты

Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры Андрей Назаров төрлө тармаҡ  министрҙары менән “Паровоз” монументын һәм “Белорет” инсталляцияһын тантаналы асыуҙа ҡатнашты.  

Республика Премьер-министры скалодром асыуҙа ҡатнашты
Республика Премьер-министры скалодром асыуҙа ҡатнашты

Шулай уҡ Премьер-министр Белорет металлургия комбинатының  11-се цехында сым һуҙыу ҡорамалын сафҡа ебәреү тантанаһында, митингыла ҡатнашты. Комбинат етәкселеге – “Мечел” акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар Советы рәйесе Игорь Зюзинды, генераль директоры Леонид Полянскийҙы Салауат Юлаев ордены, “Мечел” Идаралығы рәйесе Олег Коржовты Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән наградланы.

Ҡаланың 8-се мәктәп төҙөлөшө менән танышты.

Мәртәбәле ҡунаҡтар “Металлург” стадионында “Реаль эштәр” программаһына ярашлы тормошҡа ашырылған объект - скалодромды асыуҙа ҡатнашты. Уларҙы йәш спортсылар ҡаршы алды.    

Комплекс “Тиҙлек” һәм “MoonBoard” скалодромдарынан тора. Проект хаҡы - 2 631 600 һум. Белорет районында ҡаяға үрмәләү буйынса спорт төрө актив үҫешә. Был төр спортсылары күп тапҡырҙар республика, Рәсәй, Халыҡ-ара ярыштар еңеүселәре

Автор: Нэркэс Сулейманова
Читайте нас