Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
18 Август 2022, 12:45

Егерме икенсе автоколонна юлға сыҡты

Өфөнән Луганск Халыҡ Республикаһына гуманитар йөк тейәлгән 22-се автоколонна юлға сыҡты. 

Егерме икенсе автоколонна юлға сыҡты
Егерме икенсе автоколонна юлға сыҡты

Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов хәбәр итте.
«Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса эште дауам итәбеҙ. Бөгөн Башҡортостандан Донбасҡа 22-се гуманитар ылау оҙаттыҡ. Был юлы йөктөң дөйөм күләме — 230 тоннанан ашыу. Бөгөнгә был республиканан гуманитар йөк тейәлгән иң ҙур автоколонна, бөтәһе 16 фура», — тип яҙҙы ул «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә.
Гуманитар ярҙам ҡәҙимгесә йәшәү мөмкинлегенән мәхрүм кешеләрҙең киҫкен ихтыяжын иҫәпкә алып төҙөлгән, тип өҫтәне вице-премьер. Тәү сиратта, аҙыҡ-түлек һәм төҙөлөш материалдары.

«22-се ылауҙың тағы бер үҙенсәлеге бар. Нәфис әҙәбиәт Донбасс балаларына айырыуса оҡшар тип уйлайым. Быларҙың барыһы ла республикабыҙҙың Донбаста ғәҙәти тормошто тергеҙеү эшенә ниндәй ҙур өлөш индереүен күрһәтә», — тине Ирек Сәғитов.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: