Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
29 Август 2022, 17:33

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға - дәүләт наградалары

Бөгөн Өфөлә үҙ теләге менән махсус хәрби операцияның бурыстарын үтәгән республика яугирҙарына Рәсәйҙең дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға - дәүләт наградалары
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға - дәүләт наградалары

Башҡортостан Башлығы яҡташ яугирҙарҙың ҡаҙаныштарын билдәләне, шулай уҡ һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Ул Тыуған ил өсөн ғүмерен биргән хәрбиҙәрҙең ғәйәт ҙур батырлығы, ҡыйыулығы һәм ватансылығы траһында әйтте.

«Был залда – ысын ир-егеттәр, яугирҙар, Ватанды һаҡлаусылар. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың туғандары, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Барыһына ла тәрән ихтирамымды белдерәм».

Тыуған илен яҡлап һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

Республика етәксеһе Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Белорет егете, кесе сержант Рәфил Әйүповтың туғандарына Батырлыҡ орденын тапшырҙы. Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәфил Әйүповты үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградланы.

Әйүпов Рәфил Кудис улы 1976 йылдың 16 февралендә Белоретта тыуған. Рәсәй Ҡораллы көстәренең ирекле көстәре составында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан. 1994 йылда 25-се урта һөнәри техник училищеһын тамамлаған. 1994 йылдың июненән 1995 йылдың декабренә тиклем армияла хеҙмәт иткән, Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. «Гвардия» билдәһе, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. 2018 йылдың авгусынан 2019 йылдың апреленә хәтлем«Урал пружина заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә термист булып эшләгән.

Республика етәксеһе Башҡортостандың махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.

«Шундай шәп улдар тәрбиәләгәндәре өсөн ата-әсәләре, ярҙамдары һәм аңлауҙары өсөн туғандары һәм яҡындары алдында баш эйәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөнгө наградалар – Рәсәй һәм Донбасс халыҡтарының һеҙҙең хеҙмәтегеҙгә, антҡа тоғролоғоғоҙға һәм ҡаһарманлығығыҙға рәхмәте. Тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт! Һәм иҫән-һау тыуған яғығыҙға әйләнеп ҡайтығыҙ».
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: