+1 °С
Болотло
Республика Башлығының тейешле указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Улар араһында Асҡын, Баймаҡ, Балтас, Краснокама, Көйөргәҙе, Миәкә, Нуриман, Стәрлебаш, Учалы, Хәйбулла райондары, Сибай һәм Өфө ҡалалары вәкилдәре бар. Бүләкләнгән әсәләрҙең исемлеге менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.
1998 йылда булдырылған миҙалға һигеҙ меңдән ашыу әсә лайыҡ булған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә бер тапҡыр 50 мең һум аҡса түләнә. Быға тиклем миҙал менән бүләкләнгәндәр өсөн түләүҙең күләме 17 241 һум ине.