Ил президенты указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн өлкән лейтенант Игорь Леонидович Нәсибуллинға үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде.
Наградаларҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.
«Һәләк булған яугир яҡташтарыбыҙҙың хөрмәтле ата-әсәләре, туғандары һәм яҡындары! Хөрмәтле иптәштәр! Быйыл һәр кем әхлаҡи һайлау алдында тороп ҡалды – Рәсәй, үҙ халҡың өсөн нимә эшләргә әҙерһең?
Беҙҙең яугирҙәр биргән антына, Ватанына аҙаҡҡаса тоғро ҡалды. Намыҫ, бурыс, Тыуған илгә, ғаиләңә, яҡындарыңа һөйөү идеалдарына. Уларҙың ҡаһарманлығы мәңге йәшәр. Уларҙың тормошта һайлаған юлы барыбыҙ өсөн дә рух көсө, юғары әхлаҡ, батырлыҡ өлгөһө булыр.
Мин яугирҙәрҙең ата-әсәләре, туғандары һәм яҡындары алдында баш эйергә теләйем. Ошондай улдар, ысын геройҙар тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт, Башҡортостан, Рәсәй улар менән сикһеҙ ғорурлана», – тип билдәләне Константин Толкачев.
Рәсәй Федерацияһы президенты Указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн өлкән лейтенант Вадим Гавриков, өлкән сержант Марат Мостафин, ефрейтор Данил Фәттәхов, старшина Тимур Хәйруллин үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде. Наградалар геройҙарҙың туғандарына һәм яҡындарына тапшырылды.
Танк батальонының танк ротаһы командиры, өлкән лейтенант Вадим Гавриков 1997 йылдың 31 ғинуарында Белоретта тыуған.
Наградалар тапшырылғандан һуң һәләк булған яугир-геройҙар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.