Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
8 Сентябрь 2022, 12:53

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүәселәр билдәләнде

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссияның тәүге ултырышы уҙҙы. 

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүәселәр билдәләнде
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүәселәр билдәләнде

Унда беренсе этапты үткән конкурсанттар билдәләнде.

«Премияға дәғүә иткән әҫәрҙәр һәм эштәр йәмғиәткә билдәле, ижтимағи әһәмиәткә эйә булырға тейеш. Шуға комиссия ҡарары менән Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына телевидениела фекер алышыуҙар ойошторорға, дәғүәселәргә үҙ эштәре менән таныштырыу өсөн ваҡыт бирергә тигән тәҡдим индерҙек, — тип хәбәр итте республика хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов. — Барыһын да фекер алышыуға әүҙем ҡушылырға саҡырам һәм 2022 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәр менән таныштырам».

Бына улар:

1.Юлдашева Тамара Ишбулды ҡыҙы «Тимер быуат»,« Рух көмбәҙе: поэма, шиғырҙар, тәржемәләр», Һайланма әҫәрҙәр: шиғырҙар, поэмалар» тигән йыйынтыҡтары өсөн.

2.Бәширов Йәдкәр Әхәт улы «Урал һәм Волга буйы халыҡтары тарихына яңы ҡараш», «Бөйөк Башҡортостан. Халыҡтар: этник тамырҙар, формалашыу һәм үҫеш», «Боронғо башҡорттар. Тарихи мәғлүмәттәр», «Ҡол Ғәли һәм башҡорт халҡы мәҙәниәте тураһында», «Башҡорт хан. Урта быуат хандары» тигән китаптары өсөн.

3.Ғәлимов Флүр Миңшәриф улы «Генерал Шайморатов» тарихи романы өсөн.

4.Сәфәрғолова Наилә Абдулхай ҡыҙы «Йөрәк һүҙе» проекты өсөн.

5.Әлибаев Рөстәм Илдар улы, Аҡтуғанов Илфат Рәүеф улы, Тажетдинова Гөлфиә Нур ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районында «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы экспозицияһы проекты өсөн.

6.Батталова Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы, Ғатауллин Урал Миңнизар улы, Арыҫланова Әлфиә Басир ҡыҙы илдең күренекле шәхестәре тураһындағы «Минең исемем — Салауат», «Һайланған яҙмыш» документаль фильмдар серияһы өсөн.

7.Бураҡаева Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы, Кәбиров Артур Зиннур улы, Низаметдинов Рәйес Йәүҙәт улы «А уйнатып алдан бара » спектакле өсөн.

8.Нәзиуллин Артур Искәндәр улы, Крюков Дмитрий Сергеевич «Заһир Исмәғилев мираҫының алтын биттәре» проекты өсөн.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: