Рәсми бүлек
18 Сентября 2022, 15:20

“Транспорт һәм төҙөлөш” I халыҡ-ара конгресс башланды

Абруйлы сара “Киләсәкте төҙөү” паркы биләмәһендә ойошторолдо. Форумда Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин, Транспорт министры Виталий Савельев һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты. 

“Транспорт һәм төҙөлөш” I халыҡ-ара конгресс башланды“Транспорт һәм төҙөлөш” I халыҡ-ара конгресс башланды
“Транспорт һәм төҙөлөш” I халыҡ-ара конгресс башланды

Халыҡ-ара конгрестың төп партнеры – Беларусь була. Союздаш дәүләт делегацияһын премьер-министр Роман Головченко етәкләй. Форумда импортҡа алмаш, тармаҡта яңы алымдарҙы ҡулланыу, һанлы технологияларға күсеү мәсьәләләре күтәрелә. Асыҡ һауала халыҡ өсөн ҙур күргәҙмә ойошторола. Унда махсус техника, пилотһыҙ осҡостар, ретроавтомобилдәрҙе күрергә була, шулай уҡ һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе уҙғарыла, байрам концерты ҡуйыла. “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы Нефтекамала тамамлана. Ҡалала “НефАЗ” компанияһының 45 йыллығы уңайынан байрам саралары уҙғарыла.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас