«Был эш планға ярашлы башҡарыла», — тине Шойгу «Россия 24» телеканалына биргән интервьюһында.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 21 сентябрҙән өлөшләтә мобилизация башланды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүҙә запастағы (армияла хеҙмәт иткәндәр) һәм хәрби белгеслеккә эйә булған хәрби хеҙмәткәрҙәр саҡырыла. Кемдәрҙе саҡырыуҙары ихтимал? Ҡануниәт запастағы хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн разрядтар буйынса йәш сикләүен билдәләй.
Тәү сиратта беренсе разряд саҡырылырға тейеш. Уға түбәндәгеләр ҡарай:
35 йәшкә тиклемге һалдаттар, матростар, сержанттар, старшиналар, прапорщиктар һәм мичмандар;
50 йәшкәсә кесе офицерҙар;
55 йәшкә тиклемге майорҙар, 3-сө ранг капитандары, подполковниктар, 2-се ранг капитандары;
60 йәшкәсә полковниктар, 1-се ранг капитандары;
65 йәшкә тиклемге юғары офицерҙар.
Икенсе разряд — 45, 55, 65, 70 йәшлек хәрби хеҙмәткәрҙәр.
Өсөнсөһө — 50, 60, 65 йәшлектәр.
Хәрби дәрәжәһе булған ҡатын-ҡыҙҙар өсөнсө разрядҡа ҡарай: офицерҙар — 50 йәшкә, түбәнерәк дәрәжәлеләр 45 йәшкә тиклем запаста.